Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Шәриф Сөләймән улы

Просмотров: 377

СӨЛӘЙМӘНОВ Шәриф Сөләймән улы [13.10.1920, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Яңы Ҡайынлыҡ а. (БР‑ҙың Краснокама р‑ны) — 12.2.1994, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1943). Полковник. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Командирҙар составын камиллаштырыу курстарын (1941), Юғары финанс курстарын (Ленинград, 1948), Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын (Мәскәү, 1955) тамамлаған. 1937 й. алып БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑нында финанс инспекторы булып эшләй. 1939 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. окт. алып Көнбайыш, Брянск һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армияның 41‑се айырым истребитель бригадаһы 1959‑сы танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының 1‑се батарея ком. капитан С. 1943 й. 18—19 нояб. Белорус ССР‑ының Короватичи а. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Өфөнөң Молотов р‑ны финанс бүлеге мөдире, 1948 й. башлап БАССР‑ҙың финанс министры урынбаҫары, 1952—53 йй. Өфө өлк. финанс бүлеге мөдире булып эшләй. 1954 й. алып Дүртөйлө район советы башҡарма ком‑ты рәйесе, 1956 й. — КПСС‑тың Кушнаренко район ком‑тының 1‑се секретары. 1964 й. башлап Саҡмағош р‑нында эшләй: район советы башҡарма ком‑ты рәйесе, КПСС район ком‑тының 1‑се секретары. 1971 й. алып БАССР‑ҙың финанс министры, 1988—93 йй. Балалар фонды рәйесе. Ленин (1943, 1966), Окт. Революцияһы (1971), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 1‑се дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), 1‑се (1944, 1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Халыҡтар дуҫлығы (1986), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), “Почёт Билдәһе” (1957) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында С. йәшәгән өйҙә музей асылған, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа — мемориаль таҡтаташ, Краснокама р‑нының Николо-Берёзовка а. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019