Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВА Лена Шәһиҙулла ҡыҙы

Просмотров: 286

СӨЛӘЙМӘНОВА Лена Шәһиҙулла ҡыҙы (15.1.1961, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Мәндем а.), тарихсы, юрист. Тарих ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2012). БДУ‑ны (1983) һәм БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тын (1999) тамамлаған. 1983 й. алып Ғафури р‑ны Ташлы урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1986—92 йй. Стәрлетамаҡ химия‑технология техникумында, 1995—98 йй. һәм 2001 й. башлап БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта, бер үк ваҡытта 2002 й. алып Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. (Өфө) каф. мөдире. 2006 й. башлап ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостан мәғарифы тарихына һәм хоҡуҡи аспекттарына, йәмәғәтселек м‑н бәйләнештәрҙе хоҡуҡи көйләүгә арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Национальные учебные заведения в Башкортостане в первое сорокалетие XX века. Уфа, 2000; История становления и развития национальных школ народов Башкортостана в XX в. Уфа, 2011.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019