Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАЛИН Иосиф Виссарионович

Просмотров: 887

СТАЛИН (Джугашвили) Иосиф Виссарионович [9.12.1879 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 6.12.1878), Тифлис губ. Гори ҡ. — 5.3.1953, Мәскәү], сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1939). СССР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1939). Советтар Союзы Геройы (1945). Советтар Союзы Генералиссимусы (1945). 1898 й. алып “Месаме даси” грузин социал‑демократик ойошмаһы, 1903 й. — РСДРП(б) ағзаһы. Гори дини уч‑щеһын тамамлаған (1894). 1902—13 йй. бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөндә була. 1917 й. “Правда” (“Хәҡиҡәт”) гәз. редакция коллегияһы, РСДРП(б) ҮК Сәйәси бюроһы, Хәрби‑революцион үҙәк ағзаһы. 1917 й. башлап РСФСР‑ҙың Милләттәр эштәре б‑са халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1918 й. алып Революцион‑хәрби совет ағзаһы һәм 1919—22 йй. Дәүләт контроле, Эшсе‑крәҫтиән инспекцияһы халыҡ комиссары. 1941 й. башлап СССР ХКС‑ы, 1946 й. — МС‑ы рәйесе. Б.В. һуғышы йылдарында Дәүләт оборона ком‑ты рәйесе, оборона халыҡ комиссары, Юғары баш командующий. 1922 й. алып РКП(б) ҮК ген. секретары, 1934 й. — КПСС ҮК секретары. 1919 й. 20 мартында “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә ҡул ҡуя. 1920 й. февр. РКП(б) ҮК‑ның башҡорт мәсьәләһе б‑са махсус комиссияһына етәкселек итә, комиссия тәҡдиме м‑н 14 апр. РКП(б) ҮК Сәйәси бюроһы башҡ. автономияһының конституцион‑хоҡуҡи положениеһы т‑да ҡарар сығара, ул “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” декретының нигеҙен тәшкил итә. СССР Советтарының 8‑се съезында (1936) БАССР‑ға союздаш республика статусын биреүгә ҡаршы сыға. С. осоронда тоталитар режим урынлашып, Башҡортостандың соц. һәм ижт.‑сәйәси тормошонда сағылыш таба (ҡара: Коллективлаштырыу, Сәйәси репрессиялар). Ленин (1939, 1945, 1949), “Еңеү” (1944, 1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1919, 1939, 1944), 1‑се дәрәжә Суворов (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ю.В.Калашников

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019