Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАРЦЕВ Александр Петрович

Просмотров: 473

СТАРЦЕВ Александр Петрович (21.10. 1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Монастырь Дыуанайҙары а., хәҙ. БР‑ҙың Бөрө р‑ны Старцин а., — 9.4.2008, Пермь ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлаған. 1936 й. алып Бөрө р‑нында эшләй. 1941 й. башлап Совет Армияһында. 1942 й. майынан Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы гвардия армияһының 51‑се гвардия уҡсылар див. 122‑се гвардия артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы кесе сержант С. 1943 й. 6—7 июлендә Белгород өлк. Яковлево а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) Пермдә эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Бөрө ҡ. урамға һәм Бөрө р‑нының Калинники урта мәктәбенә С. исеме бирелгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019