Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕПАНОВ Константин Иванович

Просмотров: 360

СТЕПАНОВ Константин Иванович [1.7.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡушйылға а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 13.3.1999, Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а.], танкист, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. 1‑се Ульяновск бронетанк уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. июненән 2‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы танк армияһының 5‑се механизацияланған корпусы 233‑сө танк бригадаһы 1‑се танк батальонының танк ком. кесе лейт. С. 1944 й. 21—30 авг. Войнешти һәм Каменешти торама пункттары (икеһе лә — Румыния) өсөн барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Бишбүләк р‑нының эске эштәр бүлегендә эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Бишбүләк а. урамға С. исеме бирелгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019