Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ АРМИЯЙЫЙЫЛМА КОРПУСЫ

Просмотров: 380

СТӘРЛЕТАМАҠ АРМИЯ ЙЫЙЫЛМА КОРПУСЫ, 1919 й. февр. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Архангел а. м‑н Стәрлетамаҡ ҡ. араһында урынлашҡан Көнбайыш армия частарынан (3‑сө пластун, 22‑се Ырымбур казак полктары, Стәрлетамаҡ гарнизоны отряды, башҡ. ротаһы) ойошторола; апр. алып 5‑се С.а.й.к. Корпус составына Йыйылма Ырымбур уҡсылар (25 майҙан 9‑сы Стәрлетамаҡ) һәм Урал (25 майҙан 10‑сы Верхнеурал) див. ингән. Корпус Ырымбур армияһы, Көнбайыш фронттың Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө, Көньяҡ армия составында булған. 1919 й. февр. Башҡорт корпусы РККА яғына сыҡҡандан һуң, С.а.й.к. частары Бөрйән- Түңгәүер кантонының Темәс а. янында асыҡ ҡалған фронтта оборона тотҡан. 1919 й. апр.—сент. РККА‑ның Көнсығыш фронтының Көньяҡ армиялар төркөмөнә ҡаршы Аҡтүбә һәм Орск ҡҡ. өсөн алыштарҙа ҡатнашҡан. Окт. корпус тар‑мар ителеп, бөтә полктары ла тиерлек Ҡыҙыл Армия частары тарафынан әсиргә алынған. Корпус ком.: ген.‑майорҙар В.И.Печенкин (1919 й. февр. алып), П.А.Бобрик (1919 й. апр. алып), Церетели (1919 й. майынан), А.В.Элерц‑Усов (1919 й. 23 июленән).

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019