Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУБАЕВ Флүр Йосоп улы

Просмотров: 429

СУБАЕВ Флүр Йосоп улы [20.7.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡыҫҡайылға а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 28.7.2001, Өфө], хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1980). Фәт.Й.Субаевтың ҡустыһы. Даманский утрауында совет-ҡытай ҡораллы бәрелешендә (1969) һәм Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә (1984) ҡатнашыусы. Алма-Ата хәрби сик буйы уч‑щеһын (1953), Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын (1965), Юғары сик буйы командирҙар курстарын һәм Ф.Э.Дзержинский ис. СССР Дәүләт именлеге ком‑тының Юғары мәктәбе эргәһендәге органдарҙың етәкселек составы ф‑тын (Мәскәү, 1985) тамамлаған. 1950 й. алып СССР Дәүләт именлеге ком‑тының сик буйы ғәскәрендә. 1953 й. башлап сик буйы заставаһы нач. урынбаҫары, застава нач., артабан Алыҫ Көнсығыш сик буйы округының 55‑се сик буйы отряды нач.; 1977 й. алып Байкал аръяғы, 1981 й. — Кавказ аръяғы сик буйы округтары командующийҙары урынбаҫары. Отставкаға сыҡҡандан һуң (1990) Өфөлә йәшәй. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1987). Ҡыҙыл Йондоҙ (1984), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” (1977) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019