Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУКОВАТОВ Николай Иванович

Просмотров: 630

СУКОВАТОВ Николай Иванович (20.6.1921, Томск губ. Осиновка а. — 24.5.1992, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1943). Подполковник. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Боровичи хәрби уч‑щеһын тамамлаған (1956). Менделеево т. юл ст. (Пермь өлк.) эшләгән. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. нояб. башлап Үҙәк, 1‑се Украина һәм Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы гвардия армияһы 75‑се гвардия уҡсылар див. 241‑се гвардия уҡсылар полкы 3‑сө уҡсылар батальонының пулемёт отделениеһы ком. гвардия сержанты С. 1943 й. 23—24 сент. Украина ССР‑ының Глебовка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1961) Өфө учреждениеларында һәм пр‑тиеларында эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019