Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРАҒОЛ МИҢЛЕБАЕВ

Просмотров: 424

СУРАҒОЛ МИҢЛЕБАЕВ, башҡорт ихтилалы (175556) етәкселәренең береһе. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Төндөк а. (хәҙ. Пермь крайы Барҙы р‑ны) башҡорто. 1755 й. июлендә үҙ улусы кешеләренән баш күтәреүселәр отряды ойоштора. 27 авг. отряды м‑н Ғәйнә улусының Ҡыҙылъяр а. (хәҙ. Пермь крайы Барҙы р‑ны) килә, бында уға Туҡтамыш Ишбулатов отряды һөжүм итә. Һуңыраҡ хөкүмәткә тоғро мишәр старшиналарына әсиргә эләгә. Өфө төрмәһендә тотола, яза‑лауҙарға дусар ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019