Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы

Просмотров: 395

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы [29.12.1914, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ай‑һай‑Мөрсәләй а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 24.1.1999, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия капитаны (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү пехота училищеһын тамамлаған (1942). 1933–40 йй. Күгәрсен районының К.Маркс исемендәге колхозында эшләгән. 1936–38 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. апреленән Воронеж һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 11‑се гвардия армияһы 26‑сы гвардия уҡсылар дивизияһы 79‑сы гвардия уҡсылар полкының рота командиры гвардия өлкән лейтенанты С. 1944 й. 15 июлендә Алитус ҡ. (Литва ССР‑ы) янында Неман й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Күгәрсен районының Октябрьский ауыл советы рәйесе булып эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) ордендары менән бүләкләнгән. С. исеме тыуған ауылындағы, Күгәрсен районы Мораҡ, Мәҡсүт аа. урамдарға бирелгән. Мораҡ а. Дан аллеяһында уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022