Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫҢҒЫҘХАН, монгол ханы

Просмотров: 350

СЫҢҒЫҘХАН [ысын исеме Тэмуджин, Темучин; 1155 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1162), Онон й. буйындағы Делпун‑Болдан төбәге, Монголия – 25.8.1227], монгол ханы. Монгол империяһына нигеҙ һалыусы. Сыңғыҙхан нәҫелен башлап ебәреүсе. 1184 й. монгол ханы Чжамуха м‑н берлектә меркет ҡәбиләһен еңеп сыға. 1189 й. шәхси Сыңғыҙ (төрк. – океан, диңгеҙ) титулы м‑н монгол ханы итеп һайлана. 1204 й. наймандар ҡәбиләһен ҡыйрата. Төньяҡ‑көнсығыш Монголия һәм Байкал аръяғы ҡәбиләләре берләшкәндән һуң, 1206 й. Бөйөк Ҡоролтайҙа Монгол империяһының Бөйөк ханы тип иғлан ителә. 1207–27 йй. Төньяҡ Ҡытайҙы, Кореяны, Үҙәк һәм Урта Азияның бер өлөшөн, Иран, Афғанстан, Кавказ биләмәләрен баҫып ала. Юлиан мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡорттар монгол ғәскәрҙәре м‑н 14 йыл һуғыш алып барып, С. империяһы составына үҙ дәүләте (башында башҡ. ханы торған) м‑н инә. “Сыңғыҙнамә” әҫәрендә Монгол империяһы составына инеү т‑да алып барылған һөйләшеүҙәр хаҡындағы мәғлүмәттәр сағылыш тапҡан, был һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә башҡ. ҡәбиләләре башлыҡтары С. ер биләү хоҡуғын гарантиялаған онгон, оран, тамға, ярлыҡтар алған. Башҡ. шәжәрәләренә ярашлы, С. Көньяҡ Себер далаларында булғанда, башҡорттар уға ҡиммәтле бүләктәр м‑н үҙҙәренең ханы Мөйтән бейҙе ебәргән, бейгә Ағиҙел, Тубыл, Ишем йй. буйҙарын һәм Яйыҡ й. үрге ағымындағы ерҙәрҙе биләргә рөхсәт иткән ярлыҡ бирелгән. С. “Бөрйәндәр хан замандарында”, “Мөйтән” риүәйәттәрендә һ.б. башҡ. фольклоры әҫәрҙәрендә телгә алына, уға Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Сыңғыҙхан күләгәһе” (“Тень Чингисхана”) романы арналған.

Әҙәб.: Башкирские народные предания и легенды. Уфа, 2001; Г р у с с е Р. Чингисхан: покоритель Вселенной. М., 2003; М а ж и т о в Н.А., С у л т а н о в а А.Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. Уфа, 2009.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019