Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫРТЛАНОВ Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы

Просмотров: 407

С Ы Р Т Л А Н О В Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы [1847, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) – ?], Өфө губернаһынан 1‑се (1906) һәм 2‑се (1907) Дәүләт думаһы депутаты. Дворяндарҙан. Сыртлановтар нәҫеленән. 1906 й. алып Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. ?—1877 й. рус армияһында, капитан. Хәрби‑халыҡ идаралығында (Сәмәрҡәнд ҡ.) бүлек нач. булып хеҙмәт итә. 1878–83 йй., 1887–1908 йй. Бәләбәй өйәҙ земство йыйылышы гласныйы, 1892 й. алып ҡала эштәре б‑са Өфө губерна присутствиеһы ағзаһы. 1‑се Думала – дәүләт килемдәре һәм сығымдары үтәлеше, бюджет, аграр, императорға яуап хаты төҙөү комиссиялары, 2‑се Думала бюджет комиссияһы ағзаһы. Кадеттар фракцияһына һәм Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы бюроһына ингән. Аграр мәсьәләне тикшергәндә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен законһыҙ алыу т‑да мәғлүмәттәр килтереп, уның башҡорттар тормошона кире йоғонто яһауы хаҡында белдергән. Өфө губ. Бәләбәй өйәҙендә 2200 дисәтинә ер биләгән. Рәсәй мосолмандары иттифағын ойоштороусыларҙың һәм етәкселәренең береһе. Кадеттарҙың 3‑сө съезында (1906 й. апр., С.‑Петербург), 1–3‑сө Бөтә Рәсәй мосолмандары съездарында (ҡара: Мосолман съездары) ҡатнашыусы. 1906 й. башлап Рәсәй мосолмандары иттифағының ҮК ағзаһы. Хәйриә м‑н шөғөлләнгән. Өфөләге оло йәштәге ирҙәр һәм мосолман малайҙары приютына мөдирлек итеү комиссияһы ағзаһы (1897–1917). Почётлы мировой судья.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019