CЕЛИВАНОВ Сергей Григорьевич
CЕЛИВАНОВ Сергей Григорьевич (1.4.1948, Хабаровск ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д-ры (1991), проф. (1993). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге машиналар эшләүҙә производствоны технологик яҡтан әҙерләү проблемаларына арналған. С. ҡатнашлығында ғәмәлдәге авиация производствоһының техник системаһына тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм өҙлөкһөҙ реконструкциялау ысулы эшләнә, производствоны техник яҡтан яңынан ҡоралландырыу законлылыҡтары асыла. Асыштары дәүләт стандарттары (5), методикалар төҙөүҙә файҙаланылған, БР һәм РФ-тың сәнәғәт пр‑тиеларында индерелгән. 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Непрерывная реконструкция предприятий машиностроения. М., 1991 (авторҙ.); Технологическая инноватика. М., 2004; Инноватика. М., 2007 (авторҙ.).
А.М.Смыслов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов