Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘХИМОВ Рәйес Сәйетғәле улы

Просмотров: 513

РӘХИМОВ Рәйес Сәйетғәле улы (24.2.1942, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Билгеш а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1992). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2002). Силәбе а.х. механизациялау һәм электрлаштырыу ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Асҡын р‑нының Төй с‑зында баш инженер. 1970 й. алып Силәбе агроинженерлыҡ ун‑тында: 1993—13 йй. ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2002—08 йй. һынауҙар б‑са проректор һәм 2002—05 йй. Урал а.х. техникаһын һынау үҙәге директоры (Силәбе ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре ер эшкәртеү өсөн а.х. машиналарын һәм технологияларҙы камиллаштырыуға арналған. Р. ҡатнашлығында тупраҡтағы дымды һаҡлау өсөн а.х. культураларын үҫтереүҙең ресурстар һәм энергия һаҡлаусы технологиялары эшләнгән; Рәсәйҙә етештерелгән ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналарының 50‑нән ашыу тибы уйлап сығарылған. Асыштары БР, РФ һәм БДБ илдәренең пр‑тиеларында индерелгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 34 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Защита почвы от эрозии и современные почвообрабатывающие машины в системе адаптивно‑ландшафтного земледелия Башкортостана. Уфа, 2002 (авторҙ.); Почвообрабатывающие и посевные машины. Челябинск, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019