Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОМАНОВ Илдар Саяф улы

Просмотров: 360

РОМАНОВ Илдар Саяф улы (11.9. 1961, Үзбәк ССР‑ы Теләү ҡсб), тренер. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1983). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1991). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренерҙары Г.И.Алексеев, Г.А.Ушков). Марафон эстафетаһында СССР (1987, 1989) һәм РСФСР (1987—88) кубоктарын яулаусы, эстафетала РСФСР чемп. (1988) һәм СССР чемпионатының көмөш призёры (1985), 800 м (1985) һәм 1500 м (1986) йүгереүҙә РСФСР чемпионаттарының бронза призёры. 1992 й. алып “Луч” спорт реабилитация үҙәгенең тренер‑уҡытыусыһы, 1999 й. — 20‑се СДЮСШОР‑ҙа (2009 й. башлап дир.; икеһе лә — Өфө), бер үк ваҡытта күреү б‑са инвалидтарҙың Рәсәй йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Е.А.Жданова, А.С.Тайганов, В.В.Чернова, Р.Ш.Әфтәхов, Ю.Р.Әхмәтдинова.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019