Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович

Просмотров: 336

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович (11.8.1945, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д-ры (2002). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2001), РФ-тың юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2011). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1973) 1975 й. алып шунда уҡ эшләй. 1982 й. башлап ӨДИСУ-ла: өлкән ғилми хеҙм-р, 1991 й. тиклем сервис техникаһы ф‑ты деканы, 1993—99 йй. көнкүреш тәғәйенләнешендәге машиналар һәм аппараттар каф., 2002—13 йй. автоматлаштырылған проектлау системалары һәм графика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәрткестәрҙең һәм мәғлүмәт системаларының етештереүсәнлеген арттырыуға, көнкүреш техникаһының функциональ процестары моделдәрен әҙерләүгә арналған. Р. тарафынан электр ҡырынғыстары датчиктарының һәм үҙгәрткестәренең динамик үҙсәнлектәрен һаҡлап ҡалып информацион етештереүсәнлекте күтәреү, функциональ һәм эксплуатациялау мөмкинселектәрен киңәйтеү проблемаларын хәл итеү өсөн термоанемометрик үлсәү ысулдары табыла; деталдәрҙе емермәйенсә эске дефекттарын контролдә тотоу өсөн йылылыҡ ысулдарының т-раға бәйле хаталарын ҡаплау, ш. уҡ газ һәм шыйыҡ хәлдәге мөхиттәрҙең газ-динамик үҙенсәлектәрен контролдә тотоу проблемаһы хәл ителә. Асыштары БР һәм РФ пр-тиеларына индерелгән. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 70 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Совершенствование методов контроля технологических параметров на предприятиях службы быта. Уфа, 1990; Информационно- измерительные системы нестационарного энергетического состояния. Уфа, 2000.

М.А.Ураҡсыев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019