Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РУДЕРМАН Семён Юрьевич

Просмотров: 469

РУДЕРМАН Семён Юрьевич (15.10. 1935, Минск), физик. Техник ф. д‑ры (1973), проф. (1976). Һарытау ун-тын тамамлаған (1959). 1962 й. алып БДУ-ла эшләй: 1970 й. башлап өлкән ғилми хеҙм-р, 1978 й. — матем. модель әҙерләү каф. мөдире. 1986—2014 йй. ӨДАТУ-ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге системаларҙың ышаныслылығын хисаплауға, оптималләштереү проблемаларына, математик моделдәр әҙерләүгә арналған. Р. тарафынан магистраль үткәргес торба трассаларын һайлау, нуклеин к‑таларында һәм аҡһымдарҙа бәйләнештәр барлыҡҡа килеү, кеше организмына даими магнит ҡыры тәьҫиренең терапевтик һөҙөмтәлелеге теориялары төҙөлә, физик система өлөшсәләренең урынлашыу арауығының өс үлсәмле булыуы һ.б. нигеҙләнә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Об оптимальных размерах алфавитов и возможной причине их наблюдаемости в природе //Обозрение прикладной и промышленной математики. 1999. Т.6. Вып.2 (авторҙ.); Проблема размерности пространства местоположений частиц физической системы //Вестник Уфимского государственного технического университета. 2006. Т.8. №2.

Ю.В.Орехов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019