Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САВЧЕНКО Оксана Владимировна

Просмотров: 134

САВЧЕНКО Оксана Владимировна (10.10.1990, Петропавловск‑Камчатский ҡ.), спортсы. Йөҙөү буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2009). БДПУ‑ны һәм ӨДНТУ‑ны тамамлаған (икеһе лә — 2013). ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Петропавловск‑Камчатский ҡ., тренеры —Н.В.Садовская), 2007—11 йй. 18‑се СДЮСШОР өсөн сығыш яһай (Өфө ҡ., тренеры — И.Л.Тверяков). Паралимпия уйындары (3 тапҡыр, 2008; 5 тапҡыр, 2012), донъя (2006; 5 тапҡыр, 2007; 4 тапҡыр, 2010) һәм Европа (2004—09; 4 тапҡыр, 2011) чемпионы, күп тапҡыр Рәсәй чемпионы, 50, 100 һәм 200 м аралыҡҡа брасс ысулы менән, ирекле стилдә, арҡаға ятып ҡолас ташлап йөҙөүҙә һәм күреү буйынса инвалидтар араһында эстафетала донъя чемпионаттарының көмөш призёры (4 тапҡыр, 2006; 2 тапҡыр, 2007). Үҫмер спортсылар араһында донъя беренселектәре еңеүсеһе (4 тапҡыр, 2005; 6 тапҡыр, 2007). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2004—15). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5—6‑сы саҡырылыш депутаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2012), Салауат Юлаев (2008) орендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022