Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САДИҠОВ Рәфис Рауил улы

Просмотров: 477

САДИҠОВ Рәфис Рауил улы (9.9. 1959, Өфө), спортсы. Грек‑рим көрәше б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1981). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлаған (1991). “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А.Борман). СССР кубогын яулаусы (1984), РСФСР чемп. һәм СССР чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 1986), СССР кубогының (1985) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһының (1983) бронза призёры, күп тапҡыр халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында СССР кубогын яулаусы (1979), Европа беренселегенең көмөш призёры (1980). СССР йыйылма командаһы ағзаһы__(1980—87). 1987 й. алып грек‑рим көрәше б‑са СДЮШОР‑ҙың өлкән тренеры, 1990 й. — дир., 1996 й. башлап “Башҡортостан йәштәре” уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү б‑са Респ. идаралығының уҡыу‑спорт бүлеге нач., 1999 й. — Өфө ҡ. Дим р‑нының физик культура, спорт һәм туризм б‑са ком‑ты рәйесе, 2010 й. июненән БР‑ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының спорт һәм резерв әҙерләү бүлеге нач., сент. алып “Ағиҙел” ҡатын‑ҡыҙҙар хоккей командаһы дир., 2015 й. — грек‑рим көрәше һәм милли көрәш б‑са СДЮСШОР‑ҙың инструктор‑методисы (бөтәһе лә — Өфө).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019