Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“САЛАУАТ”, спорт‑техник клубы

Просмотров: 236

“САЛАУАТ”, спорт‑техник клубы. Салауат ҡ. урынлашҡан. 1962 й. “Салаватстрой” тресының автомотоклубы булараҡ ойошторола, 1970 й. алып ДОСААФ ҡала ком‑тының һәм 1980 й. башлап “Салаватстрой” тресының “С.” спорт‑техник клубы, 1990 й. — хужалыҡ иҫәбендәге, 1998 й. — муниц. учреждение. Автогаражы, 5 мотобоксы, ремонт‑техник оҫтаханаһы, тергеҙеү үҙәге һ.б. бар. “С.” — СССР чемпионатының көмөш призёры (1967), Рәсәй чемпионаттарының (1994, 2004) һәм СССР кубогының (1966) бронза призёры; үҫмерҙәр командаһы — Рәсәй беренселектәренең көмөш (2000, 2002) һәм бронза (1992) призёры. Клуб тәрбиәләнеүселәре араһында В.Н.Соколов — РСФСР чемпионатының һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (икеһе лә — 1967), СССР чемпионаттарының бронза призёры (1965—66); В.Г.Корнев — РСФСР (1967—68) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһының (1967) чемп.; В.В.Кононович — РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1968); В.П. Коваленко — РСФСР чемпионатының бронза призёры (1963). А.А.Хлынов — БДБ һәм Рәсәй беренселектәренең бронза призёры (икеһе лә — 1992), С.В.Власов — үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемп. (2000). Европа чемпионаттарының парлы уҙыштарында Рәсәй йыйылма командаһы составында Р.З.Ғафуров һәм Власов — көмөш (2004), Ғафуров — бронза (2007) призёрҙар, Э.Д. Сәйфетдинов үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (2007—08) була. Клубта 15‑кә яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән.

В.В.Ренгач

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019