Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САМОРОДОВ Борис Александрович

Просмотров: 599

САМОРОДОВ Борис Александрович (26.9.1931, Рыбинск ҡ. — 13.2.2016, Өфө ҡ.), спортсы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2002). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1975). “Башавтомотоклуб” тәрбиәләнеүсеһе, 1962—77 йй. “Башҡортостан” командаһы өсөн сығыш яһай. Боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса шәхси ярыштарҙа донъя (1967), Европа (1965), СССР (1959, 2 тапҡыр 1961, 1962; 1963, 1967), РСФСР (1959, 1961—65) чемпионы, Халыҡ‑ара мотофедерация кубогын яулаусы (1963), донъя чемпионаттарының көмөш (1973) һәм бронза (1968) призёры, спидвей буйынса шәхси ярыштарҙа СССР чемпионы (1962, 1964), СССР чемпионаттарының көмөш призёры (1963, 1966), СССР (1962, 1964, 1967—69) һәм СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1967), команда ярыштарында донъя чемпионаттарының көмөш (1964, 1966) һәм бронза (1967) призёры. Мотокросс (1958) һәмспидвейҙа (1961) Бөтә Союз хәрби‑техник спорт төрҙәре буйынса спартакиадала еңеүсе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1961—75). 1970—73 йй. һәм 1975 й. СССР йыйылма командаһы, 1975—78 йй. “Башҡортостан” Өфө командаһы тренеры, 2000—01 йй. Ғ.Ҡадиров исемендәге спорт клубы “Башҡортостан” командаһының (Өфө ҡ.), 2002—05 йй. “Таусы” командаһының (Учалы ҡ.) өлкән тренеры. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (2004). Өфө ҡ. С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2010).

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.08.2022