САМОХВАЛОВА Алёна Александровна
САМОХВАЛОВА Алёна Александровна (21.11.1980, Белорет ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002). Магнитогорск ун‑тын тамамлаған (2004). 1‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Белорет; тренерҙары Е.Г.Сенченко, Т.В.Сенченко). Экиден б‑са Рәсәй чемп. (2001—02), кроста (1998, 2000) һәм 3000 м йүгереүҙә (2002) Рәсәй кубогын яулаусы, 10000 м йүгереүҙә Бөтә донъя универсиадаһының (2003) һәм Рәсәй чемпионатының (2005) көмөш призёры, 3000 м йүгереүҙә “Бер туған Знаменскийҙар мемориалы” (Мәскәү; 2002), экиден б‑са Японияла (Иокогама ҡ.; 2003) халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. Йәштәр араһында 10000 м йүгереүҙә Рәсәй чемп. (2000—01). Клубтар араһында Европа чемп. (1998), үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (4 тапҡыр, 1998—99; 2000). Эстафета йүгереүендә Рәсәй рекордсыһы (2005). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001 й. алып).
Тәрж. Ғ.Р.Бердина