РӘСҮЛЕВ Зөфәр Ғиниәт улы
РӘСҮЛЕВ Зөфәр Ғиниәт улы (15.7.1952, Стәрлетамаҡ ҡ. — 26.4.2018, шунда уҡ), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1988). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1977). ӨНИ‑не тамамлаған (1977). 1969–71 йй. һәм 1973—2013 йй. “Башҡортостан сода компанияһы” ААЙ‑нда эшләй: 1977 й. башлап сектор нач., 1985 й. — баш технолог, 1996 й. — лаб. мөдире, 2008 й. алып инженер‑производство үҙәгенең төп белгесе. Фәнни эшмәкәрлеге хлорорганик берләшмәләр синтезы проблемаларына, юғары молекуляр һәм азотлы берләшмәләр, ш. иҫ. полиэтиленполиаминдар, технологияларын эшләүгә арналған. Р. ҡатнашлығында хлорорганик эреткестәр, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, үҫемлектәр үҫеше стимуляторҙары, ыҫмалалар, коррозия ингибиторҙары етештереүҙең ресурс һәм энергия һаҡлаусы технологиялары эшләнгән, улар БР һәм РФ пр‑тиеларында индерелгән. 250 фәнни хеҙмәт һәм 150 уйлап табыу авторы. РСФСР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1991).
Р.Н.Заһиҙуллин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина