САБИТОВ Камил Басир улы
САБИТОВ Камил Басир улы (15.5. 1951, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Йәлембәт а.), математик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006), физика‑матем. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың (2014), БР‑ҙың (1999) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙ‑ре (2001). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н): 1980—88 йй. СДПА‑ның матем. анализ каф. мөдире, 1992—2007 йй. физика‑матем. ф‑ты деканы; бер үк ваҡытта 1995 й. башлап БР Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин‑ты (Стәрлетамаҡ ҡ.) директоры. 1974—79 йй. Куйбышев пед. ин‑тында. Фәнни эшмәкәрлеге газ динамикаһының матем. проблемаларына, математик физикаға, сик мәсьәләләренә арналған. С. тарафынан тауыш тиҙлегенә тиклем һәм газ тиҙлегенә яҡын өлкәләрҙә газ динамикаһы мәсьәләләре, ҡатнаш типтағы дифференциаль тигеҙләмә сығарылыштарының сифат һәм спектраль үҙсәнлектәре һ.б. тикшерелә. 235‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Функциональные, дифференциальные и интегральные уравнения. М., 2005; Уравнения математической физики. М., 2013; К теории уравнений смешанного типа. М., 2014.
В.Ш.Шаһапов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов