Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЙРАНОВ Рауил Нурмөхәмәт улы

Просмотров: 578

САЙРАНОВ Рауил Нурмөхәмәт улы (20.9.1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Көсөгән а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1970), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1996). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Миәкә һәм Благовар р‑ндарында эшләй. 1972 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа уҡыта: 1991—2007 йй. аграр производствоны ойоштороу каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1992 й. башлап проректор, 1993—95 йй. иҡт. ф‑ты деканы. 1985— 90 йй. БНИПТЖиК‑ла (бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге баҙар иҡтисады шарттарында а.х. производствоһын ойоштороуға арналған. С. етәкс. һарыҡ һәм бәрәстәрҙе айырым‑контактлы аҫрау (1986), махсус фермаларҙа үрсем өсөн тана үҫтереү (1989) технологиялары эшләнгән һәм ғәмәлгә индерелгән. 200 фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Оценка и материальное стимулирование сельскохозяйственного труда. Уфа. 2012 (авторҙ.); Материальное стимулирование труда. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019