Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САКС Ромэн Семёнович

Просмотров: 491

САКС Ромэн Семёнович (14.7.1938, Сухуми), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Милли лицейҙа уҡыта (Лабэ ҡ., Гвинея). 1962 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһенең Математика ин‑тында (Новосибирск ҡ.): 1971 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р һәм сит ил эштәре б‑са ғилми секретарь, бер үк ваҡытта Новосибирск ун‑тында уҡыта. 1987 й. алып Өфөлә: БДУ‑ла уҡыта, 2003 й. — Математика ин‑тының төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге математик физика мәсьәләләрен сисеүгә арналған. С. тарафынан Дирихленең эллиптик мәсьәләһе тикшерелә, комплекслы яҫылыҡтағы шыма йомоҡ кәкре һыҙыҡта бер үлсәмле сингуляр интеграль‑дифференциаль операторҙарҙың теорияһы үҫтерелә, матрица операторҙары тәртибе һәм оператор кире әйләнмәле булған функциялар арауығы мәсьәләһе хәл ителә, сикле күмәклектә эллиптик сик мәсьәләләре теорияһының нигеҙҙәре һалына, һыҙыҡлы булмаған Навье—Стокс тигеҙләмәләре системаларының асыҡтан‑асыҡ периодик сығарылыштары һ.б. төҙөлә. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: О свойствах обобщённо эллиптических псевдодифференциальных операторов на замкнутых многообразиях //Записки научных семинаров ПОМИ. 1997. Т.243; Спектральные задачи для операторов ротора и Стокса // Доклады Академии наук. 2007. Т.416. №4.

М.Д.Рамаҙанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019