Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ТЭЦ-ы

Просмотров: 360

САЛАУАТ ТЭЦ‑ы, “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. Электр һәм йылылыҡ энергияһы етештерә. Составына ҡаҙанлыҡ, турбина, электр, химия, йылылыҡ автоматикаһы һәм үлсәмдәре, ремонт‑төҙөлөш цехтары; ағымдағы ремонт участкаһы инә. 2008 й. 433 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең халҡы һәм пр‑тиелары. 1950 й. 18‑се комб‑т (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) составында нигеҙ һалына, 1953 й. тәүге сираты (ҡеүәте 25 мең кВт) сафҡа индерелә, 1954 й. алып “Башкирэнерго” составында (1966 й. электр ҡеүәте — 304 мең кВт), 1992 й. — филиал, 2006 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр һыу селтәрен Гилуфер‑422 юшҡын яһау ингибиторы м‑н эшкәртеү технологияһы индерелә (2001). 1952—2009 йй. пр‑тие тарафынан 66,03 млрд кВт•сәғ. электр һәм 225,2 млн Гкал йылылыҡ энергияһы етештерелгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019