Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛИЩЕВ Геннадий Алексеевич

Просмотров: 370

САЛИЩЕВ Геннадий Алексеевич (11.2.1947, Калининград ҡ.), физик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) ӨАИ‑ла эшләй (1980 й. алып “Тантал” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында бүлек мөдире). 1986 й. башлап Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында лаб. мөдире, 2007 й. — Белгород ун‑тында лаб. етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге материалдарҙы өйрәнеү ғилеменә арналған. С. ҡатнашлығында юғары т‑рала деформациялау ваҡытында материалдарҙағы структура һәм фаза әүерелештәре тикшерелә, ҙур пластик деформацияларҙы файҙаланып, уларҙа ультраваҡ бөртөклө һәм нанокристаллик структураны формалаштырыу ысулдары табыла. Деталдәргә үтә һығылмалылыҡ шарттарында форма биреүҙең технологик процестары БР һәм РФ‑тың авиация пр‑тиеларында индерелгән. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Сверхпластичность промышленных сплавов. М., 1984 (авторҙ.); Структурная сверхпластичность металлических материалов. М., 2010 (авторҙ.).

В.В.Астанин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019