Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САМОЙЛОВ Наум Александрович

Просмотров: 363

САМОЙЛОВ Наум Александрович (9.12.1941, Ташкент ҡ.), инженер‑технолог. Техник ф. д-ры (1995). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1998). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге химик технологияларҙың масса алмаштырыу процесстары проблемаларын хәл итеүгә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған. С. ҡатнашлығында күп цикллы процестарҙа адсорбенттар дезактивациялауҙы хисаплау ысулы, ташландыҡ газдарҙы таҙартыу өсөн катализаторҙар, нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу өсөн авария ваҡытында файҙаланыла торған ҡоролмалар уйлап табыла. Асыштары БР һәм РФ-тың НЭЗ-дарында индерелгән. 570-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 45 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Сорбционный метод ликвидации аварийных разливов нефти и нефтепродуктов. М., 2001 (авторҙ.); Теория и практика каталической очистки отходящих газов. Уфа, 2002 (авторҙ.); Моделирование в химической технологии и расчёт реакторов. Уфа, 2005.

Р.Н.Хлёсткин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019