САМСОНОВ Александр Максимович
390
САМСОНОВ Александр Максимович (17.2.1935, Ырымбур өлк. Савельевка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1951–57 йй. “Башкируголь” тресы (Күмертау ҡ.), 1959 й. алып “Башнефтепромстрой” (Нефтекама ҡ.) балта оҫтаһы; 1960 й. – бригадир. 1973 й. башлап Төмән өлк. эшләй. Арлан нефть ятҡылығын төҙөкләндереүҙә ҡатнаша, илдә тәүгеләрҙән булып нефть промыслаһы ҡоролмаларын ҙур керамзит панелдәрҙән төҙөү технологияһын үҙләштерә. С. бригадаһы 1959–65 йй. ете йыллыҡ планды 5 йыл да 6 айҙа үтәп сыға. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1966).
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: