Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЯПОВА Алһыу Рәфҡәт ҡыҙы

Просмотров: 491

САЯПОВА Алһыу Рәфҡәт ҡыҙы (10.4.1952, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Байғужа а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) 1976 й. тиклем һәм 1980 й. алып СССР ФА БФ‑та эшләй, 1992 й. — БР Иҡтисад министрлығының баш белгесе, 1995 й. башлап БДУ‑ла (2002 й. алып иҡтисадты прогнозлауҙың матем. ысулдары каф. мөдире). 2004 й. башлап МДУ‑ла, бер үк ваҡытта 2009 й. алып РФА‑ның Халыҡ хужалығын прогнозлау ин‑тының баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге моделдәр яһауға һәм макроструктур прогнозлауға  ҡарналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Новгород ҡ. — 16.3.1919, Мәскәү], революция хәрәкәте эшмәкәре. 1901 й. алып РСДРП ағзаһы. 1901—05 йй. Түб. Новгород, Кострома, Ярославль, Ҡазан ҡҡ. революцион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. 1901—17 йй. бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1905 й. сент. РСДРП(б) ҮК тарафынан Екатеринбург ҡ. ебәрелә, унда РСДРП(б)‑ның Урал өлкә ком‑тына етәкселек итә. 1906 й. ғин. Өфөлә Өфө большевиктары м‑н кәңәшмә үткәрә. 1917 й. апр. 1‑се Урал өлкә конференцияһына, партияның өлкә ком‑тын тергеҙеүгә етәкселек итә. 1917—19 йй. РСДРП(б)—РПК(б) ҮК секретары, бер үк ваҡытта 1917 й. нояб. башлап РСФСР‑ҙың Бөтә Рәсәй ҮБК рәйесе. Андрей, Михалыч псевдонимдары м‑н билдәле була. Өфөлә, БР һәм РФ‑тың башҡа ҡалаларында урамдарға С. исеме бирелгән.

Әҙәб.: У з и к о в Ю.А. Посланцы В.И.Ленина в Башкирии. Уфа, 1989.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019