СЕМАВИН Владимир Петрович
СЕМАВИН Владимир Петрович (16.9. 1935, Белорет ҡ.), йылылыҡ энергетикаһы инженеры. РФ-тың почётлы энергетигы (1996). Мәскәү энергетика ин-тын тамамлағандан һуң (1959) Белорет металлургия комб-тында, 1961 й. алып Көньяҡ Урал ДРЭС- ында (Силәбе өлк.) эшләй; 1970 й. башлап Ҡарман ДРЭС-ында: өлкән мастер, 1972 й. алып цех нач. урынбаҫары, 1978 й. — цех нач., 1983 й. — бүлек нач., 1986 й. — баш инженер урынбаҫары, 2004—07 йй. бүлек нач. урынбаҫары. Ҡеүәте ҙур булған турбиналы ватан ҡоролмаларында юғары ышаныслы һәм аҙ сығымлы яңы йылылыҡ схемаларын фәнни яҡтан тикшереүҙә, эшләп сығарыуҙа һәм ғәмәлгә индереүҙә ҡатнаша. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2002).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина