САННИКОВ Геннадий Прокопьевич
САННИКОВ Геннадий Прокопьевич (18.1.1942, Өфө), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1990) һәм респ. категориялы судья (1972). РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2002). Ҡаҙағстан физик культура ин‑тын тамамлағандан һуң (Алма‑Ата, 1967) Башҡ. физик культура техникумында уҡыта, 1972 й. алып 1‑се СДЮСШОР‑ҙың, 1986 й. — Башҡ‑н өлкә советы “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәтенең өлкән уҡытыусы‑тренеры, 1991 й. — Өфө мәктәптәрендә һәм урта махсус уҡыу йорттарында, 2006 й. — сауҙа‑иҡт. ун‑тының Өфө филиалында физик культура уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1979—91 йй. РСФСР һәм 1983—86 йй. СССР үҫмер спортсылар йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында 15 СССР спорт мастеры.
Тәрж. Ғ.Р.Бердина