Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРЁГИН Иван Тимофеевич

Просмотров: 342

СЕРЁГИН Иван Тимофеевич (9.9. 1933, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Богородский а. — 24.6.1996, БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Краснохолмский ҡсб), нефтсе. СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979). 1952 й. алып “Башнефть” ПБ‑нда эшләгән: Ҡалтасы быраулау контораһы быраулаусыһы, 1962—94 йй. Краснохолмский быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры. Борай, Ҡуҙбай, Надеждин, Уръябаш нефть ятҡылыҡтарын разведкалау, асыу һәм үҙләштереүҙә ҡатнашҡан. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019