Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕСКУТОВ Юрий Васильевич

Просмотров: 367

СЕСКУТОВ Юрий Васильевич (13.11. 1927, Вольск ҡ. — 26.9.2008, Салауат ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1977). СССР‑ҙың Төҙөлөш материалдары сәнәғәте министрлығының Юғары инженерлыҡ курстарын тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1946—52 йй. — Калинин өлк., 1955 й. алып Һарытау ҡ. эшләй. 1960 й. башлап Салауат ҡ.: “Салаватстекло” ПБ‑ның ген. дир., 1979 й. алып ген. дир. урынбаҫары; 1980—94 йй. Быяла ҒТИ проект КБ‑ның Башҡ‑н филиалы дир., 2000—08 йй. “Ветеран” ЯСЙ‑ның ген. директоры. С. етәкс. техник быяла з‑дын төҙөү башлана; тәҙрә, витрина быялаһы, балаҫлы мозаика плиткаһы, гәлсәр һәм көҙгө әйберҙәр, термостар һ.б. сығарыу үҙләштерелә. 36 уйлап табыу авторы. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019