Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒИҘУЛЛИН Ғабдулла Ғәйфулла улы

Просмотров: 791

СӘҒИҘУЛЛИН Ғабдулла Ғәйфулла улы (30.6.1938, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Түб. Ләкәнде а. – 5.12.1999, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1978). Ленсовет ис. Ленинград технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Мәскәүҙә эшләй: “Союзмашпроект” ин‑тында, 1968 й. алып (өҙөклөк м‑н) Мәскәү инженерлыҡ экологияһы ун‑тында (1994 й. башлап лаб. мөдире); 1987 й. алып Магистраль үткәргес торбалар төҙөү б‑са Бөтә Союз ҒТИ‑нда лаб. мөдире. 1998 й. башлап ИПТЭР‑ҙа бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре шартлау энергияһы м‑н технологик маҡсаттарҙа идара итеүгә арналған. С. етәкс. төрлө материалдарҙы ҡырҡыу өсөн ярсыҡһыҙ зарядтар, шартлау техникаһы өлгөләре һәм “Эдилин” инициирлау системаһы уйлап табыла. С. тарафынан эшләнгән технологиялар сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында авария‑ҡотҡарыу, ремонтлау‑тергеҙеү һ.б. эштәрҙе башҡарғанда файҙаланыла. 150 фәнни хеҙмәт һәм 70 уйлап табыу авторы.

Р.Х.Иҙрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019