Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙӘХОВ Фәнил Лотфрахман улы

Просмотров: 364

СӘЙӘХОВ Фәнил Лотфрахман улы (5.3.1934, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Яҫҡайын а. – 20.11.2002, Өфө), физик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), физика‑матем. ф. д‑ры (1985), проф. (1987). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1988), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1990). Фәһ.Л.Сәйәховтың ҡустыһы. МДУ‑ны тамамлаған (1958). 1959 й. алып БДУ‑ла эшләй: 1965– 75 йй. дөйөм физика каф., 1984 й. башлап ғәмәли физика һәм геофизика каф. мөдире, 1989–90 йй. физика ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге электр‑магнит ҡырҙарының күп фазалы системалар м‑н тәьҫирләшеүен тикшереүгә арналған. С. тарафынан электр‑магнит ҡырҙары м‑н тәьҫирләшкән дисперслы системаларҙа тотош мөхиттәрҙең кире ҡайтмай торған процестары һәм күсереү күренештәренең, фаза үҙгәреүҙәре һәм химик әүерелеүҙәрҙең термодинамикаһы нигеҙҙәре эшләнә; СССР‑ҙа тәүге тапҡыр нефть һәм газ сығарыу, әҙерләү, ташыу һәм эшкәртеү процестарында юғары йышлыҡтағы электр‑магнит ҡырҙарын ҡулланыу физик‑техник яҡтан нигеҙләнә. “Электромагнитлы термогидродинамика” фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы. 1995–2002 йй. Рәсәй тәбиғәт фәндәре акад. Башҡ‑н респ. фән‑ара бүлеге етәксеһе. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Термодинамика сплошных сред в электромагнитном поле. Уфа, 1996 (авторҙ.); Термодинамика и явления переноса в дисперсных системах в электромагнитном поле. Уфа, 1998 (авторҙ.); Электротепловые методы воздействия на гидратопарафиновые отложения. М., 2003 (авторҙ.).

М.Ә.Фәтихов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019