Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИХОВ Азат Әҡсән улы

Просмотров: 375

СӘЛИХОВ Азат Әҡсән улы [20.7. 1949, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Төпкилде а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], йылылыҡ энергетикаһы инженеры. Техник ф. канд. (1999). РФ Берҙәм энергетика системаһының атҡ. хеҙм‑ре (1999), БР‑ҙың атҡ. энергетигы (1995). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1971) Ҡарман ДРЭС‑ында эшләй: 1979 й. алып цех нач., 1983 й. — баш инженер; 1987 й. башлап Яңы Салауат ТЭЦ‑ы директоры. 1988 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ‑нда көйләү хеҙмәте нач., 1998 й. — ген. дир., 2001 й. — баш инженер. 2003 й. башлап “Татэнерго” ААЙ‑ның (Ҡазан) ген. дир. урынбаҫары. 2006 й. алып “Рәсәй берҙәм энергетика системаһы” Рәсәй АЙ‑ның ААЙ‑нда, 2008—09 йй. РФ‑тың Энергетика министрлығында (икеһе лә — Мәскәү). Фәнни‑производство эшмәкәрлеге энергетик ҡорамалдарҙың ышаныслылығы һәм аҙ сығымлы эшләүе проблемаларын хәл итеүгә арналған. С. ҡатнашлығында БР‑ҙа тәүге газ турбиналы ҡулайламалар, газ‑поршенле электростанциялар индерелә (“Асы”, “Йоматау”, “Красноусол”, “Янғантау” һ.б. шифаханаларҙа), бер нисә бәләкәй ГЭС һәм Туймазы р‑нында ел электростанцияһы файҙаланыуға тапшырыла. 25‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1999).

Х е ҙ м.: Неоценённая и непризнанная “малая” энергетика. М., 2009.

Ш.Р.Әбдрәшитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019