Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕВОСТЬЯНОВ Сергей Александрович

Просмотров: 323

СЕВОСТЬЯНОВ Сергей Александрович (5.11.1960, Валуйки ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1992). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе, 1990— 2009 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры П.З.Буйлов). Паралимпия уйындары чемп. (2 тапҡыр 1992; 1996, 2000), көмөш (3 тапҡыр 1988; 1992, 1996) һәм бронза (2 тапҡыр 2004) призёры; 6 тапҡыр донъя чемп., 15 тапҡыр Европа чемп., күп тапҡыр СССР, БДБ, РСФСР һәм Рәсәй чемп.; донъя чемпионаттарының 2 тапҡыр көмөш һәм 8 тапҡыр бронза призёры; Европа чемпионаттарының 8 тапҡыр көмөш һәм 7 тапҡыр бронза призёры; күреү б-са инвалид спортсылар- араһында 100 м йүгереүҙә, оҙонлоҡҡа һикереүҙә, бишбәйгелә һәм өсләтә һикереүҙә 8 тапҡыр донъя рекордсыһы. СССР (1983 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2009) йыйылма командалары ағзаһы. “Шәхси батырлыҡ өсөн” (1992), Почёт (2002), Дуҫлыҡ (1996), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2000), Салауат Юлаев (2004) орд., 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2006) м-н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019