СЕВРЮКОВ Валерий Иванович
СЕВРЮКОВ Валерий Иванович (14.8.1952, Октябрьский ҡ. — 12.5. 1991, Кишинёв, тыуған ҡалаһында ерләнгән), тренер. Грек‑рим көрәше б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1984), СССР‑ҙың спорт мастеры (1973). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1979). 1975 й. башлап Өфөлә эшләй: Башҡ‑н өлкә советының “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы, 1982 й. — грек‑рим көрәше б‑са СДЮСШОР тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.‑Б.В.Батталов, М.‑Р.В.Батталов, А.С.Гладков, Р.Р.Садиҡов, О.Л.Токарев, ш. уҡ 40‑ҡа яҡын СССР спорт мастеры. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986). 1992 й. алып Октябрьский ҡ. йыл һайын С. иҫтәлегенә респ. турниры үткәрелә.
С.Ю.Никитина
Тәрж. М.Н.Моратшина