Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИХОВ Кев Миңнулла улы

Просмотров: 416

СӘЛИХОВ Кев Миңнулла улы (3.11.1936, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Ҡыҙылйылға урмансылығы ҡсб), физик. РФА акад. (2011), ТР ФА акад. (1992), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), физика‑матем. ф. д‑ры (1974), проф. (1981). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1995). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1959). 1963 й. алып Политехник ин‑тта (Ҡарағанда ҡ.), СССР ФА Себер бүлексәһенең Химик кинетика һәм яныу ин‑тында (Новосибирск ҡ.) эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, баш ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1967 й. башлап Новосибирск ун‑тында. 1988 й. алып Ҡазан физика‑техника ин‑ты дир., бер үк ваҡытта бүлек мөдире, 1989—2012 йй. Ҡазан ун‑тында химик физика каф. мөдире. 1992 й. башлап ТР ФА вице‑президенты. Фәнни эшмәкәрлеге химик һәм мед. физикаһы, радиоспектроскопия, квант информатикаһы проблемаларына һ.б. арналған. С. тарафынан тышҡы магнит ҡырҙарының радикаль реакцияларға йоғонтоһо, изотоплы магнит эффекты теориялары эшләнә; радикаль парҙар рекомбинацияһы ихтималлығының ҡыр бәйләнешлелегенең экстремаль характерҙа булыуы алдан әйтеп бирелә; Ҡояш энергияһы ассимиляцияһының беренсел стадияларында бүленгән зарядтарҙың электрон‑парамагнит резонансы спектрҙары теорияһы һ.б. үҫтерелә. С. етәкс. үткәреүсән һәм диэлектрик юғалтыуҙары булған мөхиттәрҙә электрон‑парамагнит резонанслы томография алгоритмы, магнит‑резонанс томографтары һ.б. уйлап табыла. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Халыҡ‑ара “Applied Magnetic Resonance” ж. баш мөхәррире (1990 й. алып). Ленин пр. (1986), ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (1998), А.Гумбольдт ис. (2001), Е.К.Завойский ис. (2004) пр. лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1971), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2007), “Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2006) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Электронное спиновое эхо и его применение. Новосибирск, 1976 (авторҙ.); Spin Exchange. Principles and Applications in Chemistry and Biology. Berlin; Heidelberg, 1980 (авторҙ.); Spin Polarization and Magnetic Effects in Radical Reactions. Amsterdam, 1984 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019