СЕНЧЕНКО Татьяна Васильевна
СЕНЧЕНКО Татьяна Васильевна (10.9.1952, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Борисов а.), тренер. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996). 1975 й. алып Белорет ҡ. эшләй: металлургия комб‑тының “Хеҙмәт” ДСО‑һы ДЮСШ‑нда саңғы ярышы б‑са тренер‑уҡытыусы, 1977 й. — мед. уч‑щеһында физик тәрбиә уҡытыусыһы, 1985 й. — 14‑се урта мәктәптең физик культура уҡытыусыһы, 1987 й. башлап Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы ДЮСШ‑нда, 1990 й. — 1‑се ДЮСШ‑ла еңел атлетика б‑са тренер‑уҡытыусы, 2010 й. — 10‑сы ДЮСШ‑ла өлкән тренер‑уҡытыусы. Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.Е.Богомолова, А.А.Самохвалова, Л.Б.Шобухова, ш. уҡ 9 Рәсәй спорт мастеры.
Тәрж. М.Н.Моратшина