Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘФӘРОВ Альберт Тәлғәт улы

Просмотров: 360

СӘФӘРОВ Альберт Тәлғәт улы (5.5. 1958, Өфө), тренер. Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000), биатлон б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1979) һәм халыҡ‑ара категориялы судья (2003). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1999). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1987). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.К.Ямалиев). СССР ДОСААФ‑ы чемп. (1981—84), СССР беренселегенең көмөш һәм бронза призёры (1979), РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1981), Чехословакияла (2 тапҡыр, 1983) һәм Польшала (1984) халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. 1984 й. алып биатлон б‑са Респ. СДЮШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы (Өфө), бер үк ваҡытта 1999—2002 йй. Ишембай ҡ. һәм Ишембай р‑нының Физик культура, спорт һәм туризм ком‑ты рәйесе; 2013 й. башлап СДЮСШ өлкән тренер‑уҡытыусыһы (Алдан ҡ.). Тәрбиәләнеүселәре араһында Е.В.Сафарова, ш. уҡ 20‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019