Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИРАЕВ Рәмил Рәбис улы

Просмотров: 352

СИРАЕВ Рәмил Рәбис улы (25.3.1964, Өфө ҡ.), тренер. Грек‑рим көрәше буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2005) һәм Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). П.Ф.Лесгафт исемендәге Санкт‑Петербург физик культура академияһын тамамлаған (2002). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы (тренеры Г.В.Хрюкин), “Хеҙмәт резервтары” спорт клубы (В.А.Борман) тәрбиәләнеүсеһе. Швецияла (Хапаранда ҡ., 1994) һәм Финляндияла (Ванта ҡ., 1995) үткән халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. 1991 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (Санкт‑Петербург ҡ.), 1995 й. — Спорт көрәше буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе (Өфө ҡ.) тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында 30‑ға яҡын Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.10.2022