Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНҒӘТУЛЛИН Ринат Сәйет улы

Просмотров: 323

СИНҒӘТУЛЛИН Ринат Сәйет улы (20.8.1942, Ульяновск өлк. Боровко а. — 24.5.1993, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләгән. 1981 й. алып Өфөлә: БДПИ‑ла уҡыта, 1988 й. башлап теоретик физика каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре сағыштырмалылыҡ, физик ҡырҙар, гравитация теорияларын үҫтереүгә, төрлө ғәмәли мәсьәләләргә матем. ысулдар ҡулланыуға һ.б. арналған. С. тарафынан релятивизм динамикаһының кире мәсьәләләрен сығарыу ысулдары эшләнгән, релятивистик тартылыш теорияһындағы сәбәплелек принцибы әйтеп бирелгән, гидродинамик күренештәрҙең матем. моделе тикшерелгән, актив мөхиттәр эсендә ҡайтарылған акустик тулҡындарҙың көсәйеү эффекты һ.б. асылған һәм өйрәнелгән. Эшенең һөҙөмтәләре динамик системалар м‑н идара итеү теорияһында, навигация спутниктарының траекторияһы б‑са Ерҙең гравитация ҡыры картаһын төҙөүҙә һ.б. ҡулланылған. 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Риманова геометрия и общая теория относительности. Пермь, 1976.

М.Ә.Шәмсетдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019