СМИРНОВ Валентин Борисович
СМИРНОВ Валентин Борисович [15.8.1916, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Мәсәғүт а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 27.2.1993, С.‑Петербург], геофизик. Техник ф. канд. (1954). СССР‑ҙың почётлы полярнигы (1955), гидрометеорология хеҙмәте отличнигы (1967, 1980). М.А.Бонч‑Бруевич ис. Ленинград электротехник элемтә ин‑тын тамамлаған (1949). 1955—91 йй. Арктика һәм Антарктика ҒТИ‑нда (Ленинград) эшләй: 1955—56 йй. дрейфта йөҙөүсе “Северный полюс—5” арктик ст., 1960 — 62 йй., 1965 — 67 йй. Антарктидалағы “Мирный” поляр ст. геофизик отряд етәксеһе, бер үк ваҡытта 1963 й. алып радиотулҡындар таралыу лаб. нач., 1986 й. — өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге ионосфераны ауыш зондлауҙың теоретик нигеҙҙәрен өйрәнеүгә арналған. С. ҡатнашлығында ионосфераны тикшереү өсөн “НАИС” аппаратураһы төҙөлгән. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
С.Е.Кучеров
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов