Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЛТАНМАГОМЕДОВ Султанмагомед Магомедтагирович

Просмотров: 386

СУЛТАНМАГОМЕДОВ Султанмагомед Магомедтагирович (11.4.1965, Дағстан АССР‑ы Уриб а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2015). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1991) шунда уҡ эшләй: 2004 й. алып үткәргес торба транспорты ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2013 й. тиклем Үткәргес торба системалары сервисы үҙәге дир., 2006 й. башлап газ‑нефть үткәргестәр һәм газ һаҡлағыстар ҡоролмалары һәм ремонты кафедраһында. Фәнни эшмәкәрлеге нефть‑газ үткәргестәрҙең, һыйышлыҡтарҙың, көплөктәрҙең һ.б. ныҡлығы һәм ышаныслылығы проблемаларына арналған. С. тарафынан промысла үткәргес торбаларының ныҡлығын тәьмин итеү ысулы уйлап табыла, гидравлик эләктереп алыу ҡорамалы эшләнә (улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең сәнәғәт пр‑тиеларында индерелгән). 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Повышение долговечности промысловых трубопроводов, подверженных канавочной коррозии //Нефтяное хозяйство. 2002. №11; Durability increase of field pipelines subjected to grooving corrosion //Intellectual service for oil & gas industry: analysis, solutions, perspectives, proceedings. Ufa, 2004.

Р.Н.Бәхтизин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019