СМИРНОВ Владимир Вячеславович
364
СМИРНОВ Владимир Вячеславович (24.9.1949, Хабаровск крайы Нексекан ҡсб), спортсы. Ғәмәли янғын спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1972). “Динамо” физкультура- спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры О.В.Шендель). СССР (1975— 78) һәм РСФСР (1976) чемп., СССР чемпионатының көмөш призёры (1979), РСФСР чемпионаттарының бронза призёры (1982—83), күсереп шыуҙырмалы өс быуынлы баҫҡыс буйлап күнекмә башняһының өсөнсө ҡатына күтәрелеүҙә СССР рекордсыһы (1975—77, 1982), икебәйге б‑са РСФСР чемп. (1982). 1984—87 йй. БАССР йыйылма командаһы тренеры.
Тәрж. М.Н.Моратшина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: