Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Байраҡ Зәки улы

Просмотров: 359

СОЛТАНОВ Байраҡ Зәки улы (21.9. 1933, Бөрө ҡ. — 24.10.2012, Өфө), тау инженеры. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002). Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1986). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1995), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1988). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Урта Азияның геол. ойошмаларында эшләй, 1958—60 йй. Көньяҡ Урал терр. геол. идаралығында (Өфө) тематик партия нач., 1960 й. алып Свердловск тау ин‑тында. 1965 й. башлап ӨДНТУ‑ла: 1982—2002 йй. нефть промыслаһы механикаһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1985—89 йй. нефтемеханика ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге быраулау һәм нефть промыслаһы механикаһы проблемаларына арналған. С. етәкс. ауыш һәм горизонталь скважиналарҙы быраулау технологиялары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. С. тарафынан тәрән скважиналарҙы быраулау ваҡытында инструменттарҙың тотороҡлолоғо һәм динамикаһы м‑н идара итеү теорияһы эшләнгән, ҡуйылығы юғары флюидтар өсөн приводы өҫтә торған винтлы насос ҡоролмаһы уйлап табыла. Асыштары БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре һәм Ҡаҙағстан нефть промыслаһы пр‑тиеларында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 163 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Управление устойчивостью и динамикой бурильной колонны. М., 1991; Бурение наклонных и горизонтальных скважин. М., 1997 (авторҙ.); Эксплуатация оборудования для бурения скважин и нефтегазодобычи. М., 2004 (авторҙ.).

М.Ә.Илһамов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019