Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Марат Хәтмулла улы

Просмотров: 373

СОЛТАНОВ Марат Хәтмулла улы [2.7.1952, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Әтек ҡсб (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], физик. Техник ф. д‑ры (2005), проф. (2008). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010). Х.А.Солтановтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) эшсе йәштәр мәктәбендә (Дәүләкән ҡ.) уҡытҡан. 1977 й. алып ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1984 й. башлап бүлек мөдире, 2000 й. — ген. дир. урынбаҫары, 2008 й. алып Магистраль үткәргес торба һәм энергия һаҡлау объекттарын эксплуатациялауҙың ышаныслылығы һәм хәүефһеҙлеге ғилми үҙәгенең дир.—ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба транспорты проблемаларына арналған. С. етәкс. магистраль нефть продукттарын үткәргестәрҙең ышаныслылығын тәьмин итеүҙең комплекслы системаһы төҙөлгән, уның ҡатнашлығында эшләп торған үткәргес торбаларҙы ремонтлау һәм ҡорос үткәргес торбаларҙың көсөргәнешле деформацияланған хәлен диагностик магнит үҙенсәлектәренә ҡарап тикшереп тороу өсөн технологиялар һәм техник саралар уйлап табылған. Тикшеренеү һөҙөмтәләре “Транснефть” һәм “Транснефтепродукт” ААЙ‑лары пр‑тиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Долговечность магистральных трубопроводов. М., 2005.

С.Г.Бажайкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019